27 Йорт эсе тулы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ине. Бөтә пелешти бейҙәре лә шунда. Мәҙәк ҡорған Шимшонды ҡарарға йорт ҡыйығына менгән өс меңләп ир һәм ҡатын-ҡыҙ бар ине.
Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине.
Яңы өй һалһаң, түбә ҡырыйына һаҡлағыс таҡта ҡуй: бер кем дә ҡыйыҡтан ҡолап төшмәһен һәм ҡаны һинең өҫтөңдә булмаһын.
Шымсылар йоҡларға ятырға ла өлгөрмәне, Рахав өй башына менеп,
Шимшон үҙен етәкләп йөрөгән егеткә: – Мине йортто терәтеп торған бағаналар янына алып бар әле, уларға һөйәнеп торайым, – тине.
Шимшон Раббыға ялбарҙы: – Эй Раббы Хакимым! Мине иҫеңә төшөр, пелештиҙәрҙән ике күҙем өсөн бер юлы үс алырға тағы бер тапҡыр ғына көс-ҡеүәт бир миңә, эй Аллам! – тине.
Ҡала уртаһында ныҡлы бер манара бар ине. Барлыҡ ирҙәр һәм ҡатындар, бөтә ҡала кешеләре шунда инеп бикләнде һәм манараның түбәһенә менеп баҫты.