26 Шимшон үҙен етәкләп йөрөгән егеткә: – Мине йортто терәтеп торған бағаналар янына алып бар әле, уларға һөйәнеп торайым, – тине.
Кәйефләнеп алған пелештиҙәр: – Шимшонды алып килегеҙ, беҙҙең күңелде асһын, – тинеләр. Уны зиндандан саҡырып килтерҙеләр ҙә пелештиҙәрҙең күңелен күрергә мәжбүр иттеләр. Шимшонды ике бағана араһына баҫтырып ҡуйҙылар.
Йорт эсе тулы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ине. Бөтә пелешти бейҙәре лә шунда. Мәҙәк ҡорған Шимшонды ҡарарға йорт ҡыйығына менгән өс меңләп ир һәм ҡатын-ҡыҙ бар ине.