Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 16:24 - Изге Яҙма

24 Шимшонды күреп, халыҡ үҙ илаһтарын данларға кереште: – Илаһыбыҙ беҙҙең дошманды, күптәребеҙҙе харап иткән, еребеҙҙе бөлдөргән кешене ҡулыбыҙға тапшырҙы, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 16:24
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шаулды сисендереп, ҡоралдарын һалдырып, башын ҡырҡып алалар, шунан, был турала боттары алдында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн, бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрәләр.


Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.


Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер булғаныңды белһен».


Әммә исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр күҙендә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, исемемә тап төшмәһен өсөн улай эшләмәнем.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.


Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.


Тик дошман үсәмәһен тип кисектерҙем: ‘Быларҙы эшләгән Раббы түгел, Был ҡазаның сәбәпсеһе – беҙ’, – тип Маһайып йөрөмәһендәр.


Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.


Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.


Шунан Шимшон былай тине: – Ишәктең яңаҡ һөйәге менән – өйөм өҫтөнә өйөм! Ишәктең яңаҡ һөйәге менән меңде һуғып үлтерҙем!


Шимшон уларға ташланды һәм күптәрен аяуһыҙ рәүештә ҡырып ташланы. Шунан Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып йәшәй башланы.


Кәйефләнеп алған пелештиҙәр: – Шимшонды алып килегеҙ, беҙҙең күңелде асһын, – тинеләр. Уны зиндандан саҡырып килтерҙеләр ҙә пелештиҙәрҙең күңелен күрергә мәжбүр иттеләр. Шимшонды ике бағана араһына баҫтырып ҡуйҙылар.


Улар Шаулдың башын ҡырҡтылар, ҡоралдарын систереп алдылар, шунан был турала боттарының ғибәҙәтханаларында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрҙеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ