20 – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне.
Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.
Яҡуп нәҫелен, Исраилды талаусыға, Юлбаҫарҙар ҡулына кем тотторҙо? Раббы Үҙе түгелме ни? Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ; Исраил халҡы Уның юлынан барырға теләмәне, Ҡанунына ҡолаҡ һалманы.
Уның ҡеүәтен башҡалар йотҡан – Ә ул быны һиҙмәгән дә. Сәстәренә сал төшкән – Ә ул быны белмәгән дә.
Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!
Мин уны шәкерттәреңә алып килгәйнем, тик улар һауыҡтыра алманы.
– Иманығыҙ аҙ булған өсөн, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, тау күсәсәк. Һеҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмаҫ ине.
Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?
Бына шуға күрә лә Исраил халҡына Раббы ҡарғышы төштө һәм улар дошмандарға ҡаршы тора алманы – уларҙан ҡасырға мәжбүр булды. Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәрҙең барыһын да юҡ итмәй тороп, Мин һеҙҙең менән булмаясаҡмын.
Шимшон йоҡлап киткәс, Делила арҡау ебенә уның ете тотам сәсен ҡушып туҡыма һуҡты ла, уны ҡаҙаҡ менән беркетеп: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Шимшон йоҡоһонан уянды ла ҡаҙауҙы йолҡоп алып туҡыу станын туҡымаһы-ние менән һурып алды.
Делила Шимшонды тубығына һалып йоҡлатты ла, кеше саҡырып, Шимшондың башындағы ете тотам сәсен ҡырҡып алырға ҡушты. Шимшон хәлһеҙләнә башланы һәм уның көсө бөттө.
Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе.
Шимшон иһә төн уртаһына тиклем генә йоҡланы. Төн уртаһында торҙо, ҡала ҡапҡаһының бағаналарын тотто ла, ҡапҡаны биге, яңағы-ние менән аҡтарып алды. Уны, яурынына һалып, Хеврон ҡаршыһындағы тау башына мендереп ташланы.
Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Делила: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тигәйне, Шимшон, сүс епте ялҡын өҙгән һымаҡ ҡына итеп, кереште өҙөп ташланы – уның көсөнөң сере асылмай ҡалды.
Раббы рухы Шаулдан айырылды. Уны Раббы күндергән бер яуыз рух бошоноуға һалды.
Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны.
Шаул Дауыттан ҡурҡа башланы, сөнки Раббы уның менән ине, ә Шаулды ташлағайны.