Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 16:2 - Изге Яҙма

2 Газала йәшәүселәр Шимшон килгәнен белгәс, шул урынды ҡамап алдылар, уны көтөп, төнө буйы ҡала ҡапҡаһы янында һаҡлап торҙолар. – Таң атһын да, үлтерербеҙ, – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 16:2
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр.


Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы.


Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша.


Ә хәҙер һеҙ һәм Юғары кәңәшмә, уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға килтереүҙәрен һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны бында килеп етмәҫ борон уҡ үлтерербеҙ, – тинеләр.


Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Шаул уларҙың был ниәтен белеп алды.


Шимшон шул тиклем сарсап китте, Раббыға ялбарып, былай тине: – Ҡолоңа ошо бөйөк еңеүҙе бирҙең. Инде хәҙер сарсауҙан үлеп, сөннәтһеҙҙәр ҡулына төшәйемме?


Шимшон иһә төн уртаһына тиклем генә йоҡланы. Төн уртаһында торҙо, ҡала ҡапҡаһының бағаналарын тотто ла, ҡапҡаны биге, яңағы-ние менән аҡтарып алды. Уны, яурынына һалып, Хеврон ҡаршыһындағы тау башына мендереп ташланы.


Уны, һағалап тороп, иртәнсәк үлтерһендәр өсөн, Шаул хеҙмәтселәрен Дауыттың өйөнә ебәрҙе. Әммә ҡатыны Михәл: – Әгәр бөгөн төндә йәнеңде ҡотҡармаһаң, иртәгә үлтереләсәкһең, – тип киҫәтеп,


Шаул тауҙың бер яғынан килә, ә Дауыт үҙенең кешеләре менән уның икенсе яғында ине. Дауыт батшанан ҡасып ҡотолорға тырыша, Шаул иһә яугирҙәре менән Дауытты һәм уның кешеләрен ҡамап алып ҡулға төшөрөргә маташа.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ