19 Делила Шимшонды тубығына һалып йоҡлатты ла, кеше саҡырып, Шимшондың башындағы ете тотам сәсен ҡырҡып алырға ҡушты. Шимшон хәлһеҙләнә башланы һәм уның көсө бөттө.
Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә.
Делила, Шимшондың уға серен асҡанын аңланы ла, кеше ебәреп, пелешти бейҙәрен саҡырҙы. – Тағы бер тапҡыр килегеҙ, ул миңә серен асты, – тине. Пелешти хакимдары, көмөштәрен алып, уның янына килде.
– Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне.