Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 16:16 - Изге Яҙма

16 Делила көн дә ошондай һүҙҙәре менән теңкәһенә тейгәнгә һәм ғазаплағанға, Шимшондың тәҡәте бөттө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 16:16
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин кешеләрҙән зарланаммы ни? Шулай булғас нисек сабыр итәйем һуң?


– Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым.


– Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер.


ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен», – тип уйлаған.


Кәләше илай-илай Шимшонға: – Һин мине яратмайһың, – тине. – Мине күрә алмайһың! Минең ырыуҙаштарыма йомаҡ әйттең дә, йомағыңдың яуабын миңә сисмәйһең! – Атайым менән әсәйемә лә әйтмәгәнде, һиңә әйтәйемме? – тине Шимшон.


Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе.


Делила уға: – Нисек инде һин мине яратам тиһең, күңелең менән әллә ҡайҙаһың? Бына һин мине өс мәртәбә алданың, бындай ғәләмәт көсөңдөң сере нимәлә икәнен асманың, – тине.


Шуға күрә ул ҡатынға йөрәк серен систе: – Минең башыма бәке тейгәне юҡ, тыуа-тыуғандан бирле Алланың нәзиремен. Әгәр ҙә сәсемде ҡырҡһалар, ҡеүәтем бөтәсәк. Мин көсһөҙләнеп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ