15 Делила уға: – Нисек инде һин мине яратам тиһең, күңелең менән әллә ҡайҙаһың? Бына һин мине өс мәртәбә алданың, бындай ғәләмәт көсөңдөң сере нимәлә икәнен асманың, – тине.
Яҡуп Рәхилә өсөн ете йыл эшләне, әммә был ете йыл уға ете көн һымаҡ та булманы – ул ҡыҙҙы шулай ныҡ ярата ине.
Авшалом Хушайға: – Дуҫыңа тоғролоғоң ошо буламы? Ниңә үҙеңдең дуҫың менән китмәнең? – тип һораны.
Улар мине дүрт тапҡыр саҡырҙы, дүртеһендә лә бер үк төрлө яуап бирҙем.
Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.
Улым, йөрәгеңде миңә йүнәлт, минең юлдарыма күҙ һал.
Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.
Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.
Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат.
Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,
Кәләше илай-илай Шимшонға: – Һин мине яратмайһың, – тине. – Мине күрә алмайһың! Минең ырыуҙаштарыма йомаҡ әйттең дә, йомағыңдың яуабын миңә сисмәйһең! – Атайым менән әсәйемә лә әйтмәгәнде, һиңә әйтәйемме? – тине Шимшон.
Шимшон йоҡлап киткәс, Делила арҡау ебенә уның ете тотам сәсен ҡушып туҡыма һуҡты ла, уны ҡаҙаҡ менән беркетеп: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Шимшон йоҡоһонан уянды ла ҡаҙауҙы йолҡоп алып туҡыу станын туҡымаһы-ние менән һурып алды.
Делила көн дә ошондай һүҙҙәре менән теңкәһенә тейгәнгә һәм ғазаплағанға, Шимшондың тәҡәте бөттө.