Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 16:13 - Изге Яҙма

13 Делила Шимшонға: – Һин мине һаман алдайһың, дөрөҫөн әйтмәйһең. Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә? – тине. Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә туҡыу станында туҡыманың арҡау ебенә ете тотам сәсемде ҡушып туҡыма һуҡһаң һәм уны ҡаҙаҡ менән беркетеп ҡуйһаң, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 16:13
4 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе.


– Һин мине алдағанһың, дөрөҫөн әйтмәгәнһең, – тине Делила Шимшонға. – Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә?


Делила өр-яңы бауҙар алып килеп уның менән Шимшонды бәйләне лә: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Шимшон үҙенең ҡулынан бауҙы ептәй өҙөп ташланы.


Шимшон йоҡлап киткәс, Делила арҡау ебенә уның ете тотам сәсен ҡушып туҡыма һуҡты ла, уны ҡаҙаҡ менән беркетеп: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Шимшон йоҡоһонан уянды ла ҡаҙауҙы йолҡоп алып туҡыу станын туҡымаһы-ние менән һурып алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ