Хакимдар 16:12 - Изге Яҙма12 Делила өр-яңы бауҙар алып килеп уның менән Шимшонды бәйләне лә: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Шимшон үҙенең ҡулынан бауҙы ептәй өҙөп ташланы. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Делила Шимшонға: – Һин мине һаман алдайһың, дөрөҫөн әйтмәйһең. Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә? – тине. Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә туҡыу станында туҡыманың арҡау ебенә ете тотам сәсемде ҡушып туҡыма һуҡһаң һәм уны ҡаҙаҡ менән беркетеп ҡуйһаң, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.