1 Бер көндө Шимшон Газа ҡалаһына барҙы һәм, бер фәхишә ҡатынды күреп, уға инде.
Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла.
Ул урам буйлап килде лә, ирле ҡатын өйөнә табан йүнәлде –
эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ашдод һәм Газа Мысыр сигендәге йылғаға һәм Бөйөк диңгеҙ ярына тиклем.
Йәһүҙә нәҫеле тағы ла әйләнә-тирәһендәге ерҙәре менән бергә Газа, Ашҡылон һәм Ғәҡрон ҡалаларын алды.
Көндәрҙән бер көндө Тимна ҡалаһына барғас, Шимшон бер пелешти ҡыҙын күрҙе.
Газала йәшәүселәр Шимшон килгәнен белгәс, шул урынды ҡамап алдылар, уны көтөп, төнө буйы ҡала ҡапҡаһы янында һаҡлап торҙолар. – Таң атһын да, үлтерербеҙ, – тинеләр.