5 Шунан сыраҡтарҙы тоҡандырҙы ла төлкөләрҙе пелештиҙәр баҫыуы яғына ысҡындырып ебәрҙе. Төлкөләр эҫкерттәрҙе, урылмаған баҫыуҙарҙы, шулай уҡ йөҙөм баҡсаларын, зәйтүн ағастарын яндырып бөттө.
Авшалом хеҙмәтселәренә: – Минең баҫыу менән йәнәшә Йоавтың арпа баҫыуын күрәһегеҙме? – тине. – Барығыҙ ҙа уға ут төртөгөҙ. Авшаломдың хеҙмәтселәре барып баҫыуға үрт һалды.
Әгәр ҙә берәйһе яҡҡан ут, сәнскәкле ҡыуаҡтарға тоҡанып, өйөлгән иген эҫкертен, үҫеп ултырған ашлыҡты йәки тотош баҫыуҙы ялҡын ялмап алһа, зыянды ут яҡҡан кеше ҡапларға тейеш.
ә етенсе йылына уны эшкәртмә, ял иттер. Уның емештәрен халҡыңдың ярлылары ашаһын, ҡалғаны менән ҡыр йәнлектәре ризыҡланһын. Йөҙөм ағастары менән зәйтүн ағастарына ҡарата ла шуны эшлә.
Ҡырға сығып, өс йөҙ төлкө тотто. Уларҙың һәр икеһенең ҡойроғон ҡуша бәйләне лә ҡойроҡ араһына сыраҡ ҡыҫтырҙы.
– Кем эшләне быны? – тип һораша башланы пелештиҙәр. – Шимшон, теге Тимнала йәшәгән бер кешенең кейәүе. Ҡайныһы уның кәләшен кейәүҙең дуҫына биреп ебәргән, – тип яуап ҡайтарҙылар уларға. Шунан пелештиҙәр барып теге ҡатынды ла, уның атаһын да яндырҙылар.