3 Ләкин Шимшон: – Хәҙер инде мин пелештиҙәргә яманлыҡ эшләһәм дә хаҡлымын, – тине.
Авшалом хеҙмәтселәренә: – Минең баҫыу менән йәнәшә Йоавтың арпа баҫыуын күрәһегеҙме? – тине. – Барығыҙ ҙа уға ут төртөгөҙ. Авшаломдың хеҙмәтселәре барып баҫыуға үрт һалды.
Дүртенсе көнөнә улар Шимшондың кәләшенә: – Яйлап-майлап ҡына иреңдән йомаҡтың яуабын әйттер, юҡһа үҙеңде лә, атаң йортон да яндырабыҙ. Һеҙ беҙҙе талар өсөн саҡырҙығыҙмы әллә? – тинеләр.
Был – Раббы ихтыяры ине, әммә Шимшондың атаһы менән әсәһе был турала белмәне. Ул заманда Исраилда хакимлыҡ иткән пелештиҙәргә ҡаршы көрәшеү өсөн Раббының сәбәп эҙләүе ине.
– Һин ҡыҙымды ташлап киткәнһең тип уйлағайным, – тине ул. – Шуға күрә уны кейәү егеттәреңдең береһенә бирҙем. Ана, һеңлеһе унан да матурыраҡ. Әйҙә, оло ҡыҙым урынына булһын, – тине.
Ҡырға сығып, өс йөҙ төлкө тотто. Уларҙың һәр икеһенең ҡойроғон ҡуша бәйләне лә ҡойроҡ араһына сыраҡ ҡыҫтырҙы.