Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 15:19 - Изге Яҙма

19 Алла Лехиҙә соҡор хасил итте һәм унан һыу ағып сыҡты. Шимшон туйғансы һыу эсте һәм уға йәнә хәл өҫтәлде. Шуның өсөн дә был урынды Ғейн-Һаҡҡоре тип атанылар. Ул әлеге көндә лә Лехиҙә бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 15:19
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Һин – Эл-Рои» – тип атаны. Сөнки: «Ысынлап та әле мине Күреүсене күрҙемме икән?» – тине.


Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.


Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?


Ләкин улдары уға Йософтоң әйтеп ебәргән һүҙҙәрен һөйләгәс, үҙен алырға тип Йософ ебәргән арбаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәс, Исраилдың рухы күтәрелде,


Уның ҡулы эшләгән һәр нәмә – дөрөҫ һәм ғәҙел, Уның бөтә бойороҡтары ышаныслы;


Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде тауҙарға төбәйем, Ҡайҙан килер икән миңә ярҙам?


Юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булһын, Раббы фәрештәһе арттарынан баҫтырһын!


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.


Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.


Ул арығанға көс бирер, Хәлдән тайғандың ҡеүәтен арттырыр.


Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.


Муса ҡулын күтәрҙе лә ҡая ташҡа таяғы менән ике мәртәбә һуҡты – унан шарлап һыу аға башланы, кешеләр ҙә, мал-тыуар ҙа туйғансы һыу эсте.


Пелештиҙәр Йәһүҙә еренә килеп, туплам булып урынлаштылар һәм Лехигә йүнәлделәр.


Бер аҙ киптерелгән инжир менән ике йөҙөм көлсәһе бирҙеләр. Ашағас, хәлләнде, сөнки өс көн, өс төн ауыҙына тәғәм ризыҡ, бер тамсы һыу алмағайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ