Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 15:18 - Изге Яҙма

18 Шимшон шул тиклем сарсап китте, Раббыға ялбарып, былай тине: – Ҡолоңа ошо бөйөк еңеүҙе бирҙең. Инде хәҙер сарсауҙан үлеп, сөннәтһеҙҙәр ҡулына төшәйемме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 15:18
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. –


Ҡояш сыҡҡан саҡта Яҡуп Пениилдан китте. Уның бер аяғы аҡһай ине.


Был хаҡта Ғаҫ ҡалаһында һөйләмәгеҙ; Белдермәгеҙ Ашҡылон урамдарында; Пелешти ҡыҙҙары ҡыуанмаһын; Сөннәтһеҙҙәрҙең ҡыҙҙары шатланмаһын.


Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Һыуһаным! – тине.


Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.


Атаһы менән әсәһе уға: – Ырыуҙаштарың, үҙебеҙҙең халыҡ араһында һиңә ҡыҙҙар юҡмы ни? Ниңә сөннәтһеҙ пелештиҙәр араһынан кәләш алырға итәһең? – тине. Әммә Шимшон атаһына: – Миңә шул ҡыҙҙы алып бир, мин уны оҡшаттым! – тине.


Шулай тине лә ҡулындағы һөйәкте ситкә быраҡтырҙы. Был урынды Рамаҫ-Лехи тип атанылар.


Шимшон Раббыға ялбарҙы: – Эй Раббы Хакимым! Мине иҫеңә төшөр, пелештиҙәрҙән ике күҙем өсөн бер юлы үс алырға тағы бер тапҡыр ғына көс-ҡеүәт бир миңә, эй Аллам! – тине.


Гидғон өс йөҙ кешеһе менән Иордан буйына килеп, йылғаны аша сыҡты. Улар хәлдән тайған булһалар ҙа, дошманды баҫтырыуҙарын дауам итте.


Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?


Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.


Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ