17 Шулай тине лә ҡулындағы һөйәкте ситкә быраҡтырҙы. Был урынды Рамаҫ-Лехи тип атанылар.
Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе.
Шунан Шимшон былай тине: – Ишәктең яңаҡ һөйәге менән – өйөм өҫтөнә өйөм! Ишәктең яңаҡ һөйәге менән меңде һуғып үлтерҙем!
Шимшон шул тиклем сарсап китте, Раббыға ялбарып, былай тине: – Ҡолоңа ошо бөйөк еңеүҙе бирҙең. Инде хәҙер сарсауҙан үлеп, сөннәтһеҙҙәр ҡулына төшәйемме?
Пелештиҙәр Йәһүҙә еренә килеп, туплам булып урынлаштылар һәм Лехигә йүнәлделәр.