15 Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе.
Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемдәре: Тахкемондан Йошев-Башшәвәҫ өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы ине. Ул, һөңгөһөн һигеҙ йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һалды.
Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр.
Бишәүегеҙ йөҙҙө, йөҙөгөҙ ун меңде ҡыуыр. Дошмандарығыҙ ҡылысығыҙҙан ҡырылыр.
ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә.
Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ меңде ҡасырға мәжбүр итә, сөнки Аллағыҙ Раббы, һеҙгә вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙең өсөн Үҙе һуғыша.
Шунан Шимшон былай тине: – Ишәктең яңаҡ һөйәге менән – өйөм өҫтөнә өйөм! Ишәктең яңаҡ һөйәге менән меңде һуғып үлтерҙем!
Шулай тине лә ҡулындағы һөйәкте ситкә быраҡтырҙы. Был урынды Рамаҫ-Лехи тип атанылар.
Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы.
Хәвәрҙең ҡатыны Яғыл, бер ҡулына сатырҙың осло ҡаҙығын, икенсе ҡулына сүкеш алып, һиҙҙермәй генә Сисераның янына килде лә ҡаҙыҡты тегенең сикәһенән ергә ҡуша ҡаҙаны. Сисера был мәл арыуҙан йоҡлай ине. Ана шулай үлде Сисера.
Өс йөҙ кешене өскә бүлеп, уларҙың һәр береһенең ҡулына мөгөҙ борғо һәм буш балсыҡ көршәк тотторҙо, көршәк эсенә яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы.
Ошо тәүге һөжүм ваҡытында, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе ике үгеҙ көнө буйы һөргән тиклем яландың яртыһылай ерҙә егермегә яҡын пелешти яугирен ҡырып һалды.
Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.