13 – Юҡ, тотоп бәйләп, пелештиҙәр ҡулына ғына бирәбеҙ, беҙ һине үлтермәйбеҙ, – тинеләр. Уны ике өр-яңы бау менән бәйләнеләр ҙә мәмерйәнән алып сыҡтылар.
Ғәскәриҙәр башлығы, яҡыныраҡ килеп, Паулусты ҡулға алды, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.
– Беҙ һине тотоп бәйләп, пелештиҙәр ҡулына бирер өсөн килдек, – тине йәһүҙиҙәр. – Миңә яманлыҡ ҡылмаҫҡа ант итегеҙ, – тине Шимшон.
Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.
Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә мине бер тапҡыр ҙа тотонолмаған өр-яңы бауҙар менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине.