19 Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте.
Йәһүҙә нәҫеле тағы ла әйләнә-тирәһендәге ерҙәре менән бергә Газа, Ашҡылон һәм Ғәҡрон ҡалаларын алды.
Сорға менән Әштәол араһында Дан ырыуы тупламында уны тәүге тапҡыр Раббы рухы ҡөҙрәтләндерҙе.
Етенсе көнөнә ҡояш байыр алдынан ҡала кешеләре Шимшонға: – Нимә балдан татлыраҡ, Арыҫландан көслөрәк? – тинеләр. Шимшон уларға: – Минең танам менән һөрмәһәгеҙ, Йомағымды сисә алмаҫ инегеҙ, – тип яуапланы.
Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм ул, ҡулында бер нәмәһе булмаһа ла, арыҫланды кәзә бәрәсендәй ботарлап ташланы. Был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләп торманы.
Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.
Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шаулды Алла рухы солғап алды һәм унда көслө нәфрәт уты ҡабынды.
Пелештиҙәр Раббыға ғәйеп ҡорбаны булараҡ ебәргән алтындан яһалған оро һындарының береһе – Ашдод, береһе – Газа, береһе – Ашҡылон, береһе – Ғаҫ һәм береһе – Ғәҡрон ҡалаһы өсөн ине.
– Ғәйеп өсөн Уға ниндәй ҡорбан ебәрәйек һуң? – тип һораны пелештиҙәр. Ҡаһиндар һәм күрәҙәселәр: – Пелешти хакимдары һанынса, алтындан яһалған биш оро менән биш сысҡан булһын, сөнки хакимдарығыҙға ла, һеҙгә лә бер төрлө ҡаза булды, – тинеләр. –