13 Әгәр ҙә йомаҡты сисә алмаһағыҙ, миңә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирерһегеҙ. – Йомағыңды әйт, тыңлап ҡарайыҡ, – тине тегеләр.
Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен.
Шимшон йомағын әйтте: – Ашаусының эсенән ашамлыҡ сыҡты, Көслөнөң эсенән татлы сыҡты. Йомаҡты өс көн сисә алманылар.