12 Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен.
һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе.
Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.
– Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме?
Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты.
Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итә.
Халҡын хөкөм итер өсөн Бейек күк менән ергә өндәшә:
хикмәтле һәм кинәйәле һүҙҙең, аҡыл эйәләре әйткәндәрҙең һәм йомаҡтың асылын аңлар.
Ундай ҡатын етен кейем тегеп һата, сауҙагәрҙәргә ҡушаҡ һуғып бирә.
– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә бер йомаҡ әйт һәм бер хикмәтле һүҙ һөйләп бир.
Шунда мин былай тинем: – Эй Хакимым Раббым! Был кешеләр минең хаҡта: «Ул тик йомаҡ ҡына ҡойған бер әҙәм түгелме ни?» – тиҙәр.
Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар менән һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа.
Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға кинәйәле ҡиссаһыҙ бер нәмә лә һөйләмәне.
Улар Ғайсаның кейемдәрен систереп, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр.
Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай.
Саҡырылған ҡунаҡтарҙың түрҙән урын һайлағанын күреп, Ғайса уларға бер ҡисса һөйләне:
Шәкерттәре: – Бына хәҙер Һин кинәйә менән түгел, ә асыҡ итеп һөйләйһең, – тинеләр. –
Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.
Һеҙҙең байлығығыҙ серегән, кейемдәрегеҙҙе көйә ашаған.
Ул килеүгә хужалар, Шимшон менән булһындар өсөн, утыҙ кейәү егете саҡырҙы.
Әгәр ҙә йомаҡты сисә алмаһағыҙ, миңә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирерһегеҙ. – Йомағыңды әйт, тыңлап ҡарайыҡ, – тине тегеләр.