22 Маноах ҡатынына: – Әжәлебеҙ еткәндер инде – Алланы күрҙек бит, – тине.
Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине.
һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине.
Шунан Муса, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы тауға менде
– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.
– Ләкин һин Минең йөҙөмдө күрә алмаҫһың, – тине Раббы Мусаға. – Кеше, Мине күреп, иҫән ҡала алмай.
– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.
Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.
Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ
Һеҙҙән көслөрәк тә, күберәк тә булған ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуып, һеҙҙе алып килер, бына бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уларҙың ерҙәрен һеҙгә биләмәгә бирер өсөн шулай эшләне.
Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы?
Гидғон уның Раббы фәрештәһе булғанын аңланы ла: – Эй Раббым Хакимым! Раббы фәрештәһен йөҙмә-йөҙ күрҙем бит, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.