14 Йөҙөм ағасында үҫкән бер нәмәне лә ашамаһын, шарап менән хәмер эсмәһен, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ҡапмаһын. Ул мин ҡушҡандың бөтәһен дә башҡарһын, – тине.
Улар: – Беҙ шарап эсмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Сөнки атайыбыҙ Йонадав Рехав улы беҙгә: «Бер ваҡытта ла үҙегеҙ ҙә шарап эсмәгеҙ, балаларығыҙ ҙа эсмәһен, – тип бойороҡ бирҙе. –
– Исраилдарға шуны хәбәр ит: әгәр берәй ир йә ҡатын нәзирлек нәҙере биреп үҙен Раббыға бағышлаһа,
Нәзирлектең бар дауамында йөҙөмдән эшләнгән бер генә нәмәне лә, хатта орлоғон йәки ҡабығын да ашамаһын.
һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.
Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.
– Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.
Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.
Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә.
Һаҡлан, шарап та, хәмер ҙә эсмә, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ашама.
Ул миңә: «Бына һин, ауырға ҡалып, малай табасаҡһың, – тине. – Һаҡлан, шарап та, хәмер ҙә эсмә, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ашама, сөнки был бала тыуған көнөнән алып үлгәнгәсә Аллаға бағышланып нәзир булыр», – тине.