13 Раббы фәрештәһе Маноахҡа: – Ҡатының әйткәндәремдең барыһын да теүәл үтәһен.
Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.
Маноах урынынан торҙо ла ҡатынына эйәрҙе. Ул кеше янына барып: – Теге ваҡытта бынау ҡатын менән һин һөйләшкән инеңме? – тип һораны. Теге: – Эйе, мин, – тип яуапланы.
Маноах: – Әйткәнең ғәмәлгә ашҡас, ул бала нисек йәшәргә, ниҙәр эшләргә тейеш? – тип һораны.
Һаҡлан, шарап та, хәмер ҙә эсмә, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ашама.