1 Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.
«Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.
Ул һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер:
Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.
Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.
Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы.
Вафат булғандан һуң, Һиллел улы Ғавдон Әфраим ерендәге Пирғаҫонда, Ғәмәлек таулығында ерләнде.
Был – Раббы ихтыяры ине, әммә Шимшондың атаһы менән әсәһе был турала белмәне. Ул заманда Исраилда хакимлыҡ иткән пелештиҙәргә ҡаршы көрәшеү өсөн Раббының сәбәп эҙләүе ине.
Йәһүҙәнән өс мең кеше Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып, Шимшонға: – Һин пелештиҙәрҙең беҙгә хакимлыҡ иткәнен белмәйһеңме ни? – тинеләр. – Нимә эшләнең һин беҙгә? Шимшон: – Улар минең менән ни эшләне, мин дә уларға шуны эшләнем, – тип яуап ҡайтарҙы.
Шимшон пелештиҙәр заманында егерме йыл Исраил хакимы булып торҙо.
Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы.
Исраил халҡы Раббы күҙендә яман булғанды ҡылды – Аллалары Раббыны онотоп, Бәғел һәм Ашера боттарына табынды.
Эһуд вафат булғас, Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы.
Әммә ата-бабаларығыҙ Аллалары Раббыны онотто. Шуға күрә Раббы уларҙы Хасор ғәскәре башлығы Сисераның, пелештиҙәрҙең һәм Моав батшаһының ҡулына тапшырҙы. Улар ата-бабаларығыҙға ҡаршы һуғышты.
Ҡыйыу булығыҙ, пелештиҙәр! Батыр тороғоҙ, юғиһә, әүәл ғивриҙәр һеҙгә нисек ҡол булһа, һеҙ ҙә шулай уларға ҡол булырһығыҙ! Шуға күрә ҡаһармандарса алышығыҙ!
Пелештиҙәр шул рәүешле баҫтырылды. Улар башҡаса Исраил ерҙәренә инмәне. Шемуилдың бөтә ғүмере буйы Раббының ҡулы пелештиҙәргә ҡаршы булды.