7 Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына: – Мине күрә алмайынса, атам йортонан ҡыуып сығарған һеҙ түгелме ни? Башығыҙға афәт төшкәс, минең яныма килергә булдығыҙмы ни? – тип яуапланы.
– Ниңә килдегеҙ әле миңә? – тине Исхаҡ. – Һеҙ бит мине дошман күреп, ҡыуып ебәргәйнегеҙ!
Исмәғил кешеләренә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, – тине. Ағай-эне бының менән килеште.
Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.
Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.
Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр.
Улар Ифтахҡа: – Ҡайт, беҙҙең башлығыбыҙ бул, беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бар, – тинеләр.