5 Ғаммон халҡы Исраилға һөжүм иткәс, Ғилғәд аҡһаҡалдары Тов еренә Ифтахты алырға килде.
Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.
Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сыҡтылар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙелделәр. Сова менән Реховтан килгән арамиҙар, Товтан һәм Мағаханан килгән кешеләр яланда айырым тора ине.
Аҙаҡ килеп ғаммондар Йәһүҙә, Бинйәмин һәм Әфраим ырыуҙарына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн, Иордан йылғаһын кисте. Исраил халҡына ҙур бәлә килде.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ғаммондар Исраилға яу менән килде.
Улар Ифтахҡа: – Ҡайт, беҙҙең башлығыбыҙ бул, беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бар, – тинеләр.
Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.
Бынан һуң халыҡ Шемуилға: – «Шаулғамы һуң беҙгә батшалыҡ итергә?» – тип кемдәр әйтте? Килтерегеҙ уларҙы, үлтерәбеҙ, – тине.