4 Күпмелер ваҡыт үткәс, ғаммондар Исраилға яу менән килде.
Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо.
Ғилғәд халҡы һәм түрәләре бер-береһенә: – Кем дә кем беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бара, шул бөтә Ғилғәд халҡының башлығы була, – тине.
Аҙаҡ килеп ғаммондар Йәһүҙә, Бинйәмин һәм Әфраим ырыуҙарына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн, Иордан йылғаһын кисте. Исраил халҡына ҙур бәлә килде.
Ғаммон халҡы Исраилға һөжүм иткәс, Ғилғәд аҡһаҡалдары Тов еренә Ифтахты алырға килде.
Ғаммон батшаһы Нахаш яу менән килеп Ғилғәд Явешын ҡамап алды. Бөтөн Явеш халҡы Нахашҡа: – Беҙҙең менән килешеү төҙө, беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ, – тине.