34 Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине.
Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене.
Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ! Ҡыллы уйын ҡоралдарында, Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ!
Ярһыуыңды өҫтәренә яуҙыр, Асыу ялҡының уларҙы ялмап алһын!
Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.
Еткән ҡыҙҙар бейеп күңел асыр, Егеттәр һәм ҡарттар уйнап-көлөр. Мин уларҙың хәсрәтен ҡыуанысҡа әйләндерермен, Йыуатып, ҡайғы урынына шатлыҡ бирермен.
Һине ҡабаттан төҙөрмөн, Һин яңынан төҙөлөрһөң, ғиффәтле ҡыҙ Исраил! Йәнә дөңгөрөңдө ҡулыңа алырһың, Ҡыуанып бейеүселәргә ҡушылырһың.
Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.
Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине.
Яйростың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята ине. Яйростың өйөнә тиклем Ғайса төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлаған халыҡ уртаһында барҙы.
Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенеп һорайым, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырҙы. –
Миспе, Кефира, Моса,
Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо.
Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдары менән бергә китте. Халыҡ уны үҙ өҫтөнән етәксе һәм ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ифтах Миспала, Раббы алдында, үҙенең бөтә шарттарын ҡабатланы.
Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.
Шило ҡыҙҙары күмәкләшеп бейергә төшһә, йүгереп сығығыҙ ҙа, һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙгә кәләшлеккә берәй ҡыҙ эләктерә һалып, Бинйәмин еренә ҡайтығыҙ.