26 Исраил бына өс йөҙ йыл инде Хешбонда, Ғароғерҙа һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа, Арнон йылғаһы буйындағы ҡалаларҙа йәшәй. Ниңә һеҙ шул саҡта был ерҙәрҙе ҡайтарып алманығыҙ?
Эй Ғароғерҙа йәшәгән халыҡ, Юл ситенә баҫ та ҡара! Ҡасып барған ирҙән, йүгергән ҡатындан: «Ни булды?» – тип һора.
Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән.
Раббы: «Тороғоҙ, юлға сығығыҙ һәм Арнон үҙәнен үтегеҙ. Бына Мин Хешбон батшаһы әмөри Сихонды һәм уның илен ҡулығыҙға тапшырам. Уның менән һуғышып, ерҙәрен биләмә булараҡ яулай башлағыҙ.
Арнон үҙәненең сигендә урынлашҡан Ғароғерҙан һәм шул үҙәндәге башҡа бер ҡаланан алып, Ғилғәдкә тиклемге арала булған бер ҡәлғәнең дә диуарҙары беҙ менә алмаҫтай бейек булманы. Аллабыҙ Раббы барыһын да беҙҙең ҡулыбыҙға тапшырҙы.
Раббы миңә: «Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең».
Хешбон батшаһы Сихонды нимә эшләтһәк, бында ла шулай булды: уларҙы харам ҡылдыҡ һәм юҡҡа сығарҙыҡ. Һәр ҡаланы ирҙәре, ҡатындары һәм балалары менән бергә тулыһынса һәләк иттек.
Ләкин улар менән һуғыш оҙаҡ барҙы.
Хешбонда йәшәгән әмөри батшаһы Сихон. Уның батшалығы Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан – үҙәндең урта бер еренән башлана һәм ғаммондарҙың сиге булған Яббоҡ йылғаһына тиклем һуҙыла, Ғилғәдтең яртыһын үҙ эсенә ала.
Ул Хермон тауына, Салхаға, тотош Башанға – гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем, шулай уҡ Ғилғәдтең яртыһына, Хешбон батшаһы Сихондың сиктәренә тиклем, хужа ине.
Хешбон ҡалаһында идара иткән әмөри батшаһы Сихондың бөтә ҡалаларын – ғаммондар иленә тиклем;
Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан башлап, үҙәнлек уртаһындағы ҡаланы ла индереп, Медеваға еткәнсе йәйрәп ятҡан яҫы таулыҡ,
Хешбон һәм уның менән йәнәш яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалалар – Дивон, Бамоҫ-Бәғел, Бейт-Бәғел-Меғон,
Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы.
Шул йылды әлеге халыҡтар исраилдарҙы тар-мар итте һәм иҙҙе. Иордан аръяғында, әмөри ерендәге Ғилғәдтә, йәшәгән исраилдарҙы улар ун һигеҙ йыл буйы яфаланылар.
Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты. Шунан Ҡыназ улы Ғоҫниил вафат булды.
Ул көндө моавтар Исраилға ана шулай буйһондо. Илдә һикһән йылға тыныслыҡ урынлашты.
Эй Раббым! Дошмандарың барыһы Ошо рәүешле ҡырылһын! Ә Һине яратҡандар көскә тулышып Ҡалҡып килгән ҡояш һымаҡ булһын!» Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.
Мидйәндәр ана шулай Исраил халҡына буйһондо, башҡаса баш күтәрмәне. Гидғон хакимлыҡ иткән заманда илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты.
Авимәләх Исраилда өс йыл хакимлыҡ итте.