23 Исраилдың Аллаһы Раббы Үҙе был ерҙәрҙе әмөриҙәрҙән тартып алып, халҡы Исраилға бирҙе. Ә хәҙер һин уны беҙҙән алырға итәһеңме?
Ә мин һиңә таулы ерҙе өҫтәп бирәм: һин ағай-энеләреңдән юғарыраҡ буласаҡһың. Мин уны әмөриҙәрҙән ҡылыс һәм уҡ менән яулап алғайным.
беҙгә нимә менән яуап ҡайтара? Улар Һин беҙгә милек итеп биргән ерҙән беҙҙе ҡыуырға тип килгән.
Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне.
Улар Арнондан алып Яббоҡҡа тиклем, сүллектән алып Иорданға тиклем бөтә әмөри ерҙәренә эйә булды.
Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ!