Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 11:18 - Изге Яҙма

18 Шунан улар сүл аша барып, Эдом менән Моав ерҙәрен урап үттеләр һәм, Моав еренең көнсығыш сигенә килеп туҡтағас, Арнондың аръяғында туплам булып урынлаштылар. Ләкин Моав еренең сиктәренә инмәнеләр, сөнки Арнон – Моавтың сиге.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 11:18
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә Исраил йәмғиәте Ҡадештан сыҡты ла Һор тауына килде.


Билғам килгәнен ишетеп, Балаҡ Моавтың сигендә Арнон буйындағы бер ҡалаға уны ҡаршы алырға килде.


«Бөгөн һеҙ Ғар ҡалаһы эргәһенән Моав ере аша үтергә тейешһегеҙ.


Раббы: «Тороғоҙ, юлға сығығыҙ һәм Арнон үҙәнен үтегеҙ. Бына Мин Хешбон батшаһы әмөри Сихонды һәм уның илен ҡулығыҙға тапшырам. Уның менән һуғышып, ерҙәрен биләмә булараҡ яулай башлағыҙ.


Раббы миңә: «Моав менән низағҡа кермә, уның менән һуғыш башлама, – тине. – Мин улар еренән һеҙгә биләмә бирмәйем, сөнки Ғар ҡалаһын Лут нәҫеленә милек итеп бирҙем».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ