14 Ифтах илселәрен Ғаммон батшаһына икенсе мәртәбә ебәреп
Раббы һине яманлыҡтан һаҡлар, Йәнеңде һәр саҡ ҡурсалар.
Мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.
Бөтәһе менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.
Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын.
Ғаммон батшаһы Ифтахтың илселәренә: «Исраил халҡы Мысырҙан сығып килгәндә, Арнон йылғаһынан алып Яббоҡ һәм Иордан йылғаларына тиклем минең ерҙәремде алғайны. Уны тыныс юл менән миңә ҡайтарып бир», – тип әйтергә ҡушты.
әйтте: «Ифтах бына нимә ти: исраилдар Моав һәм Ғаммон ерҙәрен тартып алманы,