1 Ғилғәд кешеһе Ифтах ҡаһарман һуғышсы ине. Ул бер фәхишә ҡатындан тыуғайны. Атаһының исеме Ғилғәд ине.
Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно.
Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ.
Ғилғәд халҡы һәм түрәләре бер-береһенә: – Кем дә кем беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бара, шул бөтә Ғилғәд халҡының башлығы була, – тине.
Ғилғәдтең ҡатыны ла уға улдар табып бирҙе. Был улдар, ир ҡорона кергәс, Ифтахты ҡыуып ебәрҙе: – Һин беҙҙең атайыбыҙ йортонда вариҫ түгел, сөнки һин бүтән ҡатындан тыуғанһың, – тинеләр уға.
Раббы фәрештәһе уға күренеп: – Эй ҡаһарман һуғышсы! Раббы һинең менән! – тине.
Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ.