15 Исраил халҡы Раббыға: – Беҙ гонаһ ҡылдыҡ! Беҙҙең менән нимә теләһәң, шуны эшлә, бары тик бөгөн ҡотҡара күр, – тип ялбарҙы.
Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.
– Мин Раббы алдында гонаһ ҡылдым, – тине Дауыт Наҫанға. – Раббы һине гонаһыңдан арындырҙы, һин үҙең үлмәҫһең, – тип яуап ҡайтарҙы Наҫан. –
Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине.
Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.
Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.
Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне.
Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.
Йә Раббы, бәләгә ҡалғас, Һине эҙләнеләр; Язаң өҫтәрендә булған саҡта Хәсрәтләнеп доғаларын бышылданылар.
Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Ташҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты.
Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».
Хәҙер беҙ һинең хөкөмөңдә, нисек яҡшы һәм дөрөҫ тип уйлайһың, шулай эшлә.
Ата-бабаларығыҙ Раббыға: «Гонаһлыбыҙ, сөнки, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына ҡол булдыҡ. Әммә беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡар һәм беҙ Һиңә генә хеҙмәт итербеҙ», – тип ялбарҙы.
Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне. – Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен.
Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.