13 Ә һеҙ Мине ташланығыҙ, бүтән илаһтарға хеҙмәт итә башланығыҙ. Шуның өсөн Мин һеҙҙе бынан ары ҡотҡармайым.
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Шул сағында Шишаҡтан ҡасып, Йәрүсәлимдә йыйылған Йәһүҙә башлыҡтары менән Рехавғам янына Шемағъяһ пәйғәмбәр килә лә: – Раббы былай ти: «Һеҙ Мине ташланығыҙ, шуның өсөн Мин һеҙҙе ташлайым, Шишаҡ ҡулына тапшырам», – тип белдерә.
Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.
Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрә, сөнки Йеһорам ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлай.
Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.
Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.
Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте.
Барығыҙ, үҙегеҙ һайлап алған илаһтарға ялбарығыҙ, әйҙә, ауырлыҡтан хәҙер улар һеҙҙе ҡотҡарһын.
Раббынан, үҙҙәренең ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Алланан, баш тартып, икенсе илаһтарға, үҙҙәрен уратып алған халыҡтарҙың илаһтарына әүрәп, уларға сәждә ҡылды, бының менән Раббыны асыуландырҙы.
Ләкин хаким үлеү менән, исраилдар йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, сит илаһтарға әүрәп, уларға эйәреп китә, хеҙмәт итә һәм сәждә ҡыла башлар булды, аталарынан да хәтәрерәк ғәмәлдәр ҡылды – үҙҙәренең яман эштәренән ваз кисмәне һәм тиҫкәрелектәрен дауам итте.