31 Ашер ырыуы ла Ғакко, Сидон менән Ахлав, Ахзив, Хелба, Афиҡ һәм Рехов ҡалаларында йәшәгән халыҡты ерҙәренән ҡыуып сығарманы.
Улар Ғилғәдкә һәм Ҡадешҡа яҡын булған хиттиҙәр еренә барҙы; Дан-Яғанға барып, Сидонды урап сыҡты,
Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.
Зевулун да Ҡитрон һәм Наһалол кешеләрен ҡыуманы; ҡәнғәниҙәр улар араһында йәшәне һәм мәжбүри эшләргә тейеш булды.
Ашер ырыуы шул ерҙәрҙе биләгән ҡәнғәниҙәр араһында йәшәп ҡалды, уларҙың ерҙәренә эйә була алманы.