29 Әфраим ырыуы ла Гәзәрҙә йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып ебәрмәне; ҡәнғәниҙәр улар араһында Гәзәрҙә йәшәй бирҙе.
Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.
Элек фирғәүен, Мысыр батшаһы, Гәзәргә һөжүм иткәйне. Яулап алғас, ҡаланы яндырҙы, унда йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡырҙы. Аҙаҡтан уны, үҙенең ҡыҙы Сөләймәнгә кейәүгә сыҡҡанда, туй мәһәре итеп бирҙе.
Гәзәр батшаһы Һорам Лахишҡа ярҙамға килде, ләкин Йушағ, уның үҙен һәм ғәскәрен ҡылыстан үткәреп, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.
Нығынып-көсәйеп киткәндән һуң, исраилдар ҡәнғәниҙәрҙе үҙҙәренә буйһондороп, мәжбүри эшселәр итте. Әммә уларҙы үҙ ерҙәренән тулыһынса ҡыуып ебәрмәне.
Зевулун да Ҡитрон һәм Наһалол кешеләрен ҡыуманы; ҡәнғәниҙәр улар араһында йәшәне һәм мәжбүри эшләргә тейеш булды.