Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 1:16 - Изге Яҙма

16 Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 1:16
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

алтынсыһы – Осем, етенсеһе Дауыт була.


Яғбеста йәшәгән кәтип эшен башҡарыусыларҙың нәҫелдәре: тирғаҫиҙар, шимғаҫиҙар, сухаҫиҙар – былары Бейт-Рехав ҡалаһына нигеҙ һалған Хаммаҫтан таралған ҡыниҙар була.


Шул саҡ Ахаз батша Ашшур батшаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә,


Мусаның ҡайныһы Мидйән ҡаһины Итро Алланың Муса һәм уның халҡы Исраил өсөн ҡылғандарын, Раббының Исраил халҡын Мысырҙан сығарғанын ишетте.


Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды.


Һуңыраҡ Муса ҡайныһын юлға оҙатты, тегеһе үҙ еренә ҡайтып китте.


Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар, бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде.


Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.


Муса ҡайныһы Итро янына ҡайтып: – Рөхсәт ит, мин Мысырға ҡәрҙәштәрем янына ҡайтып киләйем, иҫән-һауҙармы икән, күрәйем, – тине. – Бар, иҫән-аман йөрө, – тине Итро.


– Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир.


Негевта йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең Ғарад төбәге батшаһы, исраилдарҙың Аҫарим юлынан килгәнен ишетеп, уларға һөжүм итте һәм бер нисәүһен әсиргә алды.


Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килеп вәғәзләй башланы.


Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.


Хорма батшаһы, Ғарад батшаһы,


Түбәндәге ҡалалар нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына ҡарай: Йерихо, Бейт-Хогла, Ғемәҡ-Ҡесис,


– Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе.


Ғәғлон үҙ тирәһенә ғаммондарҙы һәм ғәмәлектәрҙе туплап, исраилдарға һуғыш менән барҙы, тегеләрҙе еңеп, Хөрмәләр ҡалаһын ҡулға төшөрҙө.


Шул осорҙа ҡыниҙарҙан – Мусаның ҡайныһы Ховавтың нәҫеленән – Хәвәр тигән кеше, ырыуҙаштарынан айырылып, сатырын Ҡәдәш эргәһендә, Сағананнимдағы ҙур имән төбөндә ҡорғайны.


Сисера үҙе йәйәү ҡасып, ҡыни Хәвәрҙең ҡатыны Яғылдың сатырына килеп керҙе, сөнки Хасор батшаһы Явин менән ҡыни Хәвәр нәҫеле татыу ине.


Шунан ҡыни ҡәүеменә: – Һеҙ бынан китегеҙ. Сығығыҙ ғәмәлектәр араһынан. Юғиһә һеҙҙе лә улар менән бергә юҡ итеүем бар. Ә бит һеҙ Исраил халҡына ул Мысырҙан сыҡҡан сағында игелек ҡылдығыҙ, – тине. Ҡыниҙар ғәмәлектәрҙән айырылды.


Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.


Рахал, Йерахмеил, ҡыниҙарҙың ҡалаларындағы,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ