Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хакимдар 1:1 - Изге Яҙма

1 Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хакимдар 1:1
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай тине: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара.


– Улар миңә Алла ихтыярын ишетергә килә, – тине Муса ҡайныһына. –


Ҡарар түшлегенә урим менән туммимды һал: улар, Раббы хозурына баҫҡан саҡта, Һарундың йөрәге өҫтөндә булһын. Раббы алдында торғанда, Һарун Раббының Исраил халҡына күрһәтмәләрен һәр саҡ бына шулай йөрәге өҫтөндә йөрөтһөн.


Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.


Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды.


инде Мин Йушағтың вафатынан һуң бында ҡалған ҡәүемдәрҙең береһен дә ҡыумайым.


Нун улы Йушағ, Раббы ҡоло, йөҙ ҙә ун йәшендә вафат булды.


Ул Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығында урынлашҡан биләмәһе Тимнаҫ-Хәрәстә ерләнде.


Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы.


Алланың Килешеү һандығы ул дәүерҙә шунда – Бейт-Илдә тора, Һарун улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас шул һандыҡ янында хеҙмәт итә ине. Исраил ғәскәре Раббынан: – Ҡәрҙәшебеҙ Бинйәмин ырыуына ҡаршы һуғышты дауам итергәме беҙгә? – тип һораны. – Дауам итегеҙ. Мин иртәгә уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырам, – тине Раббы.


Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ