Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Хаггай 1:14 - Изге Яҙма

14-15 Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Хаггай 1:14
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә.

Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:

Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:

Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.

Шунда Шеалтиил улы Зеруббавел менән Йосадаҡ улы Йешуағ Йәрүсәлимдәге Алла йортон яңынан төҙөргә тотондо. Алла пәйғәмбәрҙәре лә улар менән бергә ҡалып, эште ҡеүәтләп торҙо.

Батшаға шул мәғлүм булһын: беҙ Йәһүҙә өлкәһенә, бөйөк Алланың йортона барҙыҡ. Ул ҙур-ҙур таштарҙан төҙөлә, диуарҙарға ҡырлы бүрәнәләр һалып ҡалдырыла; эштәре бик йылдам һәм уңышлы бара.

Әммә беҙ диуар төҙөүҙе дауам иттек һәм ул яртыһына тиклем күтәрелде. Халыҡ күтәренке күңел менән эшләне.

Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.

Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:

Шеалтиил улы Зеруббавел менән баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ һәм иҫән ҡалған халыҡ Аллалары Раббының әйткәненә, Уның тарафынан ебәрелгән Хаггай пәйғәмбәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды. Халыҡ Раббынан ҡурҡты.

– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа, халыҡтың иҫән ҡалғандарына әйт:

– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Зеруббавелға әйт: «Мин күк менән ерҙе һелкетәсәкмен.

Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.

Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.

Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.

ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ

ကြော်ငြာတွေ