Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 9:29 - Изге Яҙма

29 Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 9:29
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар бит Һинең ҡолдарың, Һинең халҡың. Уларҙы Һин Үҙеңдең сикһеҙ көсөң үә ҡеүәтле ҡулың менән йолоп алып ҡалдың.


Уларҙы, тимер иретә торған мейестән ҡотҡарғандай, Мысырҙан алып сыҡҡаныңды онотма. Улар Һинең халҡың, Һинең биләмәң.


Раббыға ялбарып әйттем: «Хакимым Раббы, бөйөк ҡеүәтең менән йолоп алған, ҡулыңдың ҡөҙрәте менән Мысырҙан сығарған халҡыңды, Үҙ биләмәңде, һәләк итмә.


Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?


Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ!


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.


Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.


Батша былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул былай тигәйне:


Әгәр ысынлап та шулай икән, ялбарып һорайым, миңә Үҙ ниәтеңде ас, Һине таныйым һәм күңелеңә күркәм булып ҡалайым. Был кешеләр – Һинең халҡың бит!


һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.


Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!»


Сүлдә ҡая ярып һыу сығарҙы; Төпһөҙ даръяларҙан һуғарғандай, Уларға туйғансы һыу эсерҙе.


Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.


ерҙе лә, унда йәшәгән кешеләр менән йәнлектәрҙе лә бөйөк көсөм, ҡөҙрәтле ҡулым менән Мин яраттым. Уны Үҙем хуш күргән кешегә бирәм.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.


Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке;


Шунан Раббы: «Тиҙерәк түбәнгә төш, сөнки һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың тамам аҙҙы. Мин бойорған юлдан бик тиҙ тайпылдылар, үҙҙәренә ҡойолма илаһ яһап алдылар», – тине.


Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы, Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе.


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулдарыңдың эше.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ