Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 6:18 - Изге Яҙма

18 Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 6:18
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ, Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр.


– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.


Һеҙ: «Ни өсөн улы атаһының ғәйебе өсөн яуап бирмәй?» – тип һорайһығыҙ. Сөнки был улан ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй, Минең бөтә ҡағиҙәләремде үтәй, уларҙы бойомға ашыра. Әлбиттә, был кеше йәшәйәсәк.


Яуызлыҡ эшләгән кеше, гонаһ ҡылыуҙан баш тартһа, бөтә ҡағиҙәләремде теүәл үтәһә, ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа, мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ.


Әгәр яуыз кеше, ҡылған яманлығынан баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, үҙенең йәнен ҡотҡарыр.


Әйтәйек, берәү тәҡүә, Ул ғәҙел, тоғро ғәмәлдәр ҡыла,


Яуыз кешегә: „Мотлаҡ үләсәкһең“, – тиһәм, әммә ул гонаһынан баш тартып ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа,


Эшләгән гонаһтарының береһе лә иҫкә алынмаҫ, ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй икән, мотлаҡ йәшәр».


Яуыз кеше, яман эштәренән баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, ҡылған яҡшылыҡтары өсөн йәшәйәсәк.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“».


Мине Ебәргән – Минең менән. Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.


Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ.


Ҡан ашамаһағыҙ, үҙең дә, үҙеңдән һуң килгән балаларың да игелек күрер, сөнки һеҙ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәл ҡылырһығыҙ.


Һеҙгә белдергән бөтә был бойороҡтарҙы тыңлағыҙ һәм бойомға ашырығыҙ, шул сағында үҙегеҙгә һәм һеҙҙән һуң килгән балаларығыҙға мәңге яҡшы булыр, сөнки һеҙ Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ.


Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңлаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын үтәһәгеҙ һәм Аллағыҙ Раббы хуш күргән ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, барыһы ла шулай булыр.


Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә.


Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.


Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.


Аллаң Раббы ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа биргән антына күрә һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы,


Раббы ла, Үҙе әйткәнсә, бөтә дошмандарыңды алдыңдан ҡыуып ебәрер.


Ҡара уны, Раббының бөгөн минең аша һеҙгә белдергән бойороҡтарын, ҡанундарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, Аллаң Раббыны онотоуҙан һаҡлан.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ