Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 4:7 - Изге Яҙма

7 Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 4:7
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, Үҙеңдең исемеңде шөһрәтле иттең. Үҙ халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе һәм уларҙың илаһтарын ҡыуып, бөйөк һәм хикмәтле эштәр башҡарҙың.


Ул халҡына бөйөк ҡеүәт бирҙе, Уға тоғро бәндәләр барыһы, Ғәзиз халҡы Исраил Уны данлаһын. Раббыны данлағыҙ!


Эй бөйөк Хакимым, ҡасанғаса ситтән генә күҙәтерһең? Йәнемде – улар залимлығынан, Ғүмеремде был йыртҡыс арыҫландарҙан ҡотҡар!


Шул саҡ оло йыйында Һине данлармын, Күмәк халыҡ алдында маҡтау йырлармын.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе, Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.


Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға, Һине яратҡанға күрә, Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе, Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен.


Раббыны табырға мөмкин булған саҡта, эҙләгеҙ; Ул яҡында саҡта, саҡырығыҙ!


Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә, Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай. Раббылары Алла – улар менән, Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр.


Ҡая баштарынан күрәм уны, Ҡалҡыулыҡтарҙан ҡарайым уға: Был халыҡ башҡаларҙан айырым йәшәй, Бүтән ҡәүемдәр менән ҡушылмай.


Ул быны кешеләр Алланы эҙләһендәр, бәлки, Уны тойомлап табырҙар, тип эшләне. Ә бит Ул беҙҙең беребеҙҙән дә алыҫ түгел.


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.


Үткәндәр, һеҙгә тиклем булған дәүерҙәр, Алла ерҙә кешене яратҡандан алып быға тиклем булған замандар тураһында һораштырығыҙ, күктең бер сигенән икенсе сигенә тиклем эҙләп ҡарағыҙ: ҡасан да булһа ошондай бөйөк ваҡиғаларҙың булғаны йәки шуға оҡшаған эштәрҙең ишетелгәне булдымы икән?


Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы?


Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ