Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 4:30 - Изге Яҙма

30 Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Раббы Аллағыҙға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 4:30
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.


ә инде Миңә кире ҡайтып, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, күктең арғы яғына ҡыуылған булһағыҙ ҙа, унан йыйып алып, исемем төйәк итһен өсөн Үҙем һайлаған урынға алып килермен», – тигәйнең.


Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә, Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ.


Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!


Ҡояш – сымылдаҡтан сыҡҡан кейәү һымаҡ; Шатлана, гүйә ярышҡа сыҡҡан йүгерек егет.


Муса Раббының Исраил хаҡына фирғәүен һәм мысырҙар менән ни ҡылғанын бәйән итте, сүллек аша юлдың ни тиклем ауыр булғанын, Раббының уларҙы ни рәүешле ҡотҡарғанын һөйләне.


Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.


Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


«Әгәр кире ҡайтһаң, эй Исраил, – тип белдерә Раббы, – Әгәр Миңә кире ҡайтһаң, Ерәнгес боттарыңды хозурымдан алып бырғаһаң, Башҡаса аҙашып йөрөмәһәң,


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


Йөрөгән юлдарыбыҙҙы һынайыҡ та, Раббыбыҙға боролоп ҡайтайыҡ.


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Алыҫтағылар ҙа килеп Раббы ҡорамын төҙөүҙә ҡатнашыр». Шунда мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Әгәр ҙә Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен диҡҡәт менән тыңлаһағыҙ, быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашыр.


Шунан һуң Билғам Ғәмәлек халҡына ҡараны ла пәйғәмбәрлек ҡылып әйтте: «Ҡәүемдәр араһында ғәмәлек – беренсе, Тик уны ла көтә һәләкәт».


һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Әммә был бер шартты үтәһәгеҙ: Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, Уның был ҡанун китабында яҙылған бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәп, Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән боролһағыҙ ғына булыр.


Үҙегеҙ һәм балаларығыҙ Аллағыҙ Раббыға әйләнеп ҡайтып, бөгөн мин һеҙгә бойорған һәр эштә Уның һүҙен бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән үтәһәгеҙ,


Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.


Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне.


һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ