Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 4:28 - Изге Яҙма

28 Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 4:28
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Шунлыҡтан һеҙҙе был ерҙән ҡыуып, үҙегеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән бер илгә атып бәрәм. Унда көнө-төнө башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ – инде Мин һеҙгә мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен».


Уны яурындарында күтәреп йөрөтәләр, Урынына илтеп ҡуялар. Ул шунда ҡуҙғалмай баҫып тора. Ялыналар – ул яуап ҡайтармай, Бер бәләнән дә ҡотҡармай.


Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Бот яһаусылар – бөтәһе лә буш бәндәләр, Яратҡан боттары һис файҙа килтермәй, Боттар, уларҙың шаһиттары, Бер нәмә лә күрмәй ҙә, аңламай ҙа, Шуға күрә хурлыҡҡа ҡалырҙар.


Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.


Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм күктәге йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә: «Эй, Исраил нәҫеле! Ҡырҡ йыл дауамында сүлдә һеҙ Миңә тип ҡорбан йәки саҙаҡа килтерҙегеҙме ни?


Таршиштан – сүкелгән көмөш, Уфаздан алтын алып киләләр. Балта оҫтаһы менән көмөшсө яһағанды Зәңгәр һәм ҡарағусҡыл ҡыҙылға кейендерәләр, Барыһы – егәрле оҫталар эше.


Ул халыҡтарҙың йолалары – буш нәмә: Урманда ағас ҡырҡалар, Балта оҫтаһы түмәрҙе юна.


Һеҙ: „Ағасҡа, ташҡа табынған ҡәүемдәр, ят ҡәбиләләр кеүек буласаҡбыҙ“, – тиһегеҙ. Әммә был ниәтегеҙ бер ваҡытта ла ғәмәлгә ашмаҫ.


Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы.


Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар яуыз рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне.


Уларҙың әшәке нәмәләрен – ағастан, таштан, алтындан, көмөштән яһалған боттарын күрҙегеҙ.


Ул хакимдар үлде, инде терелмәҫтәр; Әруахтары ҡабат тороп сыҡмаҫ. Сөнки Һин уларҙы язалап юҡ иттең, Улар хаҡында хәтирәләрҙе юйҙың.


Тимерсе, ҡыҫҡысын алып, Тимерҙе ҡуҙҙың өҫтөндә тота, Сүкеш менән туҡмап эшкәртә, Көслө ҡулы менән уны яһай, Асыға, хәлдән тая, һыу эсмәй сарсай.


Әммә улар быға ҡолаҡ һалманы, үҙҙәренең элекке йолаларын тотто.


Һындарға табыныусылар барыһы ла оятҡа ҡаласаҡ, Оҫталар бит үҙҙәре лә кеше; Әйҙә бөтәһе бергә йыйылып баҫһын – Ҡурҡыуға ҡалып, хурлыҡҡа батасаҡтар.


Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы – Һөйләшә алмайҙар; Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк, Сөнки үҙҙәре атлай алмай. Ҡурҡмағыҙ уларҙан, Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың, Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ