Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 4:15 - Изге Яҙма

15 Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 4:15
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер тетрәгәндән һуң, ялҡын дөрләп яна башланы. Әммә Раббы утта ла түгел ине. Уттан һуң йомшаҡ ҡына тауыш ишетелде.


Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандың өсөнсө айында – яңы ай тыуған көндө – Синай сүленә килеп етте.


Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.


Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла.


Уңға ла, һулға ла тайпылма, аяғыңды яманлыҡтан йыраҡ йөрөт.


Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ? Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ?


Раббы былай ти: „Йәнегеҙҙе һаҡлайбыҙ тиһәгеҙ, шәмбе көндө йөк ташымағыҙ, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк күтәреп инмәгеҙ.


Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен.


Раббы тауҙа йыйын көнөндә ут эсенән һеҙгә белдергән ун бойороҡто таҡтаташтарға элекке кеүек яҙҙы ла миңә бирҙе.


Раббы һеҙҙең менән ут эсенән һөйләште. Һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ, әммә рәүешен күрмәнегеҙ – бары тауыш ҡына бар ине.


Шул саҡта Раббы миңә һеҙ биләмә итеп алыр өсөн барған ергә ингәс үтәргә тейешле ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы өйрәтергә бойорҙо.


Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ.


Раббы һеҙгә өгөт-нәсихәт биреү өсөн күктән Үҙенең тауышын ишеттерҙе; ерҙә Ул һеҙгә бөйөк ут-ялҡынын күрһәтте, һәм ут эсенән һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ.


Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә.


Раббы тауҙа ут эсенән һеҙҙең менән йөҙгә йөҙ килеп һөйләште.


Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.


Миңә Раббы ике таҡтаташ бирҙе. Алла ҡулы менән яҙылған был таҡтаташтарҙа Раббы һеҙгә йыйын көнөндә ут эсенән әйткән һүҙҙәр яҙылғайны.


Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Ләкин ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ