Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 32:30 - Изге Яҙма

30 Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

30 Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 32:30
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.


Эңер ҡараңғылығында арамиҙар тупламына йүнәлделәр. Барһалар – унда бер кем дә юҡ.


Был ғадтар ғәскәр башлыҡтары була: кәм тигәндә – йөҙ башы, иң юғарыһы – мең башы.


Арам ғәскәре аҙ һанлы булһа ла, Раббы ата-бабаларының Аллаһын онотҡан өсөн йәһүҙиҙәрҙең бихисап күп ғәскәрен улар ҡулына тапшыра. Шулай итеп, Йоаш батша язаһын ала.


Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа, Кем Уны туҡтата алыр?


Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы.


Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».


Һинең гүзәллегеңде теләп тоҡанһа батша, Ул – хакимың, ҡаршыһында башыңды эй.


Бер кеше янаһа, мең кеше ҡасыр, Биш кеше янаһа, бөтөнөгөҙ ҡасыр; Ә тере ҡалғандар тау башындағы ҡолға, Түбәләстәге байраҡ һымаҡ яңғыҙ ҡалыр».


Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.


Раббы былай ти: «Һеҙ бушҡа һатылғайнығыҙ, Аҡсаһыҙ йолоп алынырһығыҙ!»


Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр.


Бишәүегеҙ йөҙҙө, йөҙөгөҙ ун меңде ҡыуыр. Дошмандарығыҙ ҡылысығыҙҙан ҡырылыр.


Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән.


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ меңде ҡасырға мәжбүр итә, сөнки Аллағыҙ Раббы, һеҙгә вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙең өсөн Үҙе һуғыша.


Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.


Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды.


Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ