3 Ҡалала ла, ауылда ла фатихалы булырһың.
Был илгә күсеп килгәс, Исхаҡ иген сәсте. Раббының рәхмәте төшөп, ул йылда Исхаҡ йөҙ тапҡыр арттырып уңыш алды.
Шунан башлап Йософ арҡаһында Раббы уны ла фатихаланы – Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла һәр йәһәттән эше уң барҙы.
Батша, ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, өҫтөндәге кейемдәрен йыртып ташлай.
Раббыны данлағыҙ! Эй Раббы ҡолдары, Раббыны данлағыҙ, Раббының исемен данлағыҙ!
Келәттәрҙә орлоҡ ҡалғанмы ни? Йөҙөм дә, инжир ҙә, анар менән зәйтүн ағасы ла әлегәсә емеш бирә алманы. Ләкин бынан ары Мин уларға бәрәкәт яуҙырасаҡмын».
«Раббы һиңә фатихаһын бирһен һәм һаҡлаһын!
Ҡалала ла, ауылда ла ләғнәтле булырһың.
Ҡарыныңдың емеше – балаң да, тупрағыңдың емеше лә, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе лә – фатихалы булыр.