18 Ҡала аҡһаҡалдары был иргә яза бирһен
Ә һин халыҡ араһынан һәләтле, Алланан ҡурҡҡан, дөрөҫлөккә хилафлыҡ ҡылмай торған, һатылмаҫ кешеләрҙе һайлап ал да башлыҡ итеп ҡуй: ҡайһыһын – мең башы, ҡайһыһын – йөҙ башы, ҡайһыһын – илле башы, ҡайһыһын ун башы ит.
Ир-ат һуғышҡан ваҡытта ауырлы ҡатынға һуғып, тегеһенең балаһы төшһә, әммә үҙенә башҡа зыян килмәһә, ғәйепле кеше ҡатындың төшкән ауыры өсөн иренең талабы менән хакимдар әйткән күләмдә аҡса түләргә тейеш.
– Шул саҡта мин һеҙгә әйттем, – тине Муса. – «Бер үҙем һеҙҙе етәкләп йөрөй алмайым.
һәм ғиффәтле Исраил ҡыҙы тураһында насар хәбәр таратҡаны өсөн ирҙән йөҙ көмөш алып, ҡыҙҙың атаһына түләһендәр. Ҡыҙ иһә был ирҙең ҡатыны булып ҡала һәм ирҙең ғүмер буйы уны айырырға хаҡы юҡ.